Войти
background

Школа «Урал батыра» (Центры духовно-нравственного и гражданско-патриотического воспитания)

Организация: РБОО ЦНК "Ак тирма" РБ

Приоритетное направление проекта

Укрепление межнационального и межрелигиозного согласия

Запрашиваемая сумма на проект

1 526 480 рублей.

Цель проекта

Создание системы духовно-нравственного воспитания детей и молодежи на основе ценностей, составляющих основу башкирского народного эпоса «Урал батыр», национальных и культурных и семейных традиций башкирского народа

Краткое описание проекта

В добровольных объединениях - Центрах духовно-нравственного и гражданско-патриотического воспитания будет организована работа по 10 направлениям, указанным в полном описании проекта. Параллельно будет вестись осознанное, комментированное чтение и обсуждение эпоса "Урал батыр", который является кладезом народной мудрости и вечных ценностей. Авторы проекта уверены в том, что опора в воспитании на биографии исторических личностей, оставивших добрый след на земле, а также общение с известными современниками, которые достигли успехов в той или иной сфере, дает хорошие результаты. Урал батыр должен стать одним из таких образцов для подражания подрастающему поколению.
Также будет организовано изучение исконно народных традиций в воспитании в семье, быту, взаимоотношениях в обществе и т.д.
В Красноусольской башкирской гимназии Гафурийского района, в Башкирской гимназии-интернате № 2 им. Ахметзаки Валиди г.Ишимбай и Кармаскалинском районе Центры духовно-нравственного развития будут работать в экспериментальном порядке для фиксирования результатов деятельности центров и выявления наиболее эффективных методов и приемов по духовно-нравственному и гражданско-патриотическому воспитанию. К работе будут привлечены специалисты по педагогике и психологии.
Предварительно в начале июля планируется проведение большого мероприятия "День духовного единства" ("Рухиәт байрамы") с организацией круглых столов, дискуссионных площадок по проблемам духовно-нравственного воспитания. Также будут организованы показ мультфильмов и фильмов, снятых по эпосу, коллективное чтение наиболее известных строк эпоса, конкурс рисунков, состязания по национальным видам спорта, участники подготовят инсценировки по эпосу (отрывки).
Данное мероприятие, с одной стороны, позволит подвести итоги первого года работы по данному проекту, с другой, действительно, станет праздником духовного единства народа. А также поможет скорректировать ориентиры для дальнейшей работы.

Ожидаемые результаты проекта

1. На более высокий уровень поднимется экологическое воспитание.
2. Будет вестись практическая работа по решению проблем сирот и престарелых людей, оказавшихся в трудной жизненной ситуации.
3.Получит развитие меценатство
4. будет организована конкретная деятельность по профилактике алкоголизма и наркомании.
5. Возродятся родственные связи, семейные ценности.
6. Повысится интерес к науке, стремление найти свое место в жизни.
7. У детей и молодежи появится портфолио добрых дел.
8. Возродится почитание старших, внимательное отношение к молодым.
9. В памяти народа воскреснут незаслуженно забытые имена.
10. Укрепится привязанность к родной земле.
Все это призвано формировать патриота своей Родины, гражданина, ведущего здоровый образ жизни и стремящегося раскрывать свои природные дарования во благо своей республики, страны.

Дополнительные приложения к проекту

Информация о ходе реализации проекта

16 марта 2021 00:00

Рухиәт байрамы (“Урал батыр мәктәбе” проектының тәүге һөҙөмтәләре)

«Урал батыр мәктәбе» проекты 2020 йылдың 1 авгусынан тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проект авторы — билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, концепция авторы - Фәнил Күзбәков.

«Урал батыр мәктәбе»нең идеяһы — үлемһеҙ эпостың васыяттары буйынса мәғрифәтселек эше алып барыу: экология темаһын күтәреү (ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереү, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу), ололар һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыу, йәштәрҙе фәнни эшкә йәлеп итеү, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы ойоштороу һәм башҡалар.

15 мартта «Урал батыр мәктәбе»нең йомғаҡлау сараһы — «Рухиәт байрамы» үтте. Уның беренсе өлөшө Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. Унда түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыу, «Урал батыр» эпосы буйынса асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Йомғаҡлау өлөшө иһә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙғарылды.

Баш ҡалаға «Урал батыр мәктәбе» проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, «Урал батыр мәктәбе” проекты  бойомға ашырылған милли мәктәптәр, балалар баҡсалары етәкселәре, йәмәғәтселек саҡырылды. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге төрлө бүләктәр, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының экология һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу министрлығы вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Граждандар йәмғиәтен үҫтереү Фонды вәкилдәре ҡатнашты.

 

 

05 февраля 2021 00:00

"Урал батыр" эпосы буйынса уҡыуҙар

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге “Урал батыр мәктәбе” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Урал батыр” эпосы буйынса уҡыуҙар ойоштора башлай. Уҡыуҙар он-лайн форматта ZOOM аша уҙғарыласаҡ. Уҡыуҙар 3 мартҡа тиклем проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған 10 йүнәлеш буйынса барасаҡ. Дәрестәрҙе проект авторҙары Мәрйәм Бураҡаева һәм Фәнил Күзбәков, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм һәр йүнәлеш буйынса яуаплы “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең ағзалары алып барасаҡ.

          “Урал батыр” эпосы буйынса белемдәрен арттырырға теләүселәрҙең барыһын да уҡыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

13 октября 2020 00:00

“Урал батыр мәктәбе”проекты алға атлай

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булған "Урал батыр мәктәбе" проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Уның презентациялары Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим ис.158-се, Фатима Мостафина ис. 20-се гимназияларында, Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди ис. 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арсланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының Нияз Мәжитов ис.башҡорт гимназия-интернатында үтте. Бынан тыш, Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев ис. 13-сө башҡорт лицейында проект менән таныштырҙы. Мәрйәм Сабирйәновна Бураҡаева һәм Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова Баймаҡ, Белорет райондары уҡытыусыларын "Урал батыр мәктәбе" проекты менән он-лайн форматта таныштырҙы. Бөгөнгө көндә Ғафури, Мәләүез, Баймаҡ, Дүртөйлө райондарының башҡорт гимназиялары һәм балалар баҡсалары эксперименталь режимда эш башланы.