Войти
background

Бөгөн гимназиябыҙҙа “Беренсе + төбәк-ара балалар проекты” үҙ эшен башланы

02 Июня 2021 00:00

Ул республикабыҙҙан ситтә йәшәгән уҡыусыларҙы гимназияла бергә тупланы. Барлығы Рәсәйҙең 9 төбәгенән балаларҙы ҡабул иттек,.балалар аҙна дауамында ял итәсәк, туған телдә аралашасаҡ, төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа үҙ көсөн һынаясаҡ. Экскурсияларға сығасаҡ.
Республика башлығының туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙған “Беренсе + төбәк-ара балалар проекты”ның төп маҡсаты мәҙәниәткә, телгә, Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү. Быйыл ошо лагерь Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 180 ашыу уҡыусыны ҡабул иттте.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

Источником информации для новости являются сведения, предоставленные грантополучателем в Фонд содействия гражданскому обществу РБ. В тексте сохранены стиль, орфография и пунктуация автора.

Грантополучатель: ГБОУ БРГИ №1
Проект: Межрегиональный детский проект «Беренсе +»