Войти
background

Бөгөн «Беренсе+» лагеры балалары өсөн Һабантуй байрамы ойошторолдо.

05 Июня 2021 00:00

Һабантуй – борон-борондан килгән башҡорттарҙың иң яратҡан һәм киң таралған байрамдарының береһе. Байрамды асыу тантаһында «ТАМЫР» вокал ансамбле, гимназиябыҙҙың таланталы уҡыусылары сығыш яһаны.

Балалар өсөн көрәш, бокс буйынса мастер-кластар уҙҙы. Тирмәлә милли аш-һыу, боронғо йолалар, ҡул эштәре күрһәтелде. Һабантуйҙа булған башҡорт халҡының милли уйындары үткәрелде: көрәш, тоҡ кейеп ярышыу, арҡан тартышыу.

Барыһына ла байрам онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

Источником информации для новости являются сведения, предоставленные грантополучателем в Фонд содействия гражданскому обществу РБ. В тексте сохранены стиль, орфография и пунктуация автора.

Грантополучатель: ГБОУ БРГИ №1
Проект: Межрегиональный детский проект «Беренсе +»