Войти
background

Бөгөн “Беренсе+” проекты үҙ эшен тамамланы

06 Июня 2021 00:00

Аҙна буйына уҙған матур сараларға йомғаҡ яһалды. БР Башлығының туған телдәр һәм БР башҡа телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән  гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған "Беренсе+" төбәк-ара балалар проекты лагеры үҙ эшен тамамланы. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән балаларҙың сығыштарын ҡараныҡ. Сорғот, Яр Саллы ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән килгән йәш таланттарҙың сығышы шәп булды. Бөгөн ете көн буйына балалар менән эшләүсе тәрбиәселәргә мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды. Рәсәйҙең 9 төбәгенән килгән балалар ошо көндәр эсендә ныҡ дуҫлаштылар. Лагерҙан күҙҙәренә йәш алып хушлашалар. Киләһе осрашҡанға тиклем “Беренсе+”!

Источником информации для новости являются сведения, предоставленные грантополучателем в Фонд содействия гражданскому обществу РБ. В тексте сохранены стиль, орфография и пунктуация автора.

Грантополучатель: ГБОУ БРГИ №1
Проект: Межрегиональный детский проект «Беренсе +»