Войти
background

Башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсене тауышландырыу

06 Июля 2021 00:00
Белеүегеҙсә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проекты эшләй

Проект 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән Башҡортостан Башлығы грантының еңеүсеһе тип табылды.

Тatsoft акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләнелгән проектта әлеге мәлдә 500 000-ҙән ашыу тура тәржемә булһа, йыл дауамында 1000 000 -дан ашасаҡ. Шул осраҡта ғына матур, хатаһыҙ тәржемә эшләү мөмкинлеге асыласаҡ. Әлеге ваҡытта билдәле алып барыусы, "Сәләм" тапшырыуының етәксеһе Наиль Юнысов ярҙамында һөйләмдәрҙе тауышландырыу өҫтөндә эш алып барыла.

Веб-порталға һылтанма: https://bashkortsoft.ru/

#БашФонд #ФСГОРБ
 

Источником информации для новости являются сведения, предоставленные грантополучателем в Фонд содействия гражданскому обществу РБ. В тексте сохранены стиль, орфография и пунктуация автора.

Грантополучатель: Фонд по сохранению и развитию башкирского языка
Проект: Создание веб-сайта башкирско-русского и русско-башкирского переводчика с функционалом озвучивания башкирских текстов