Войти
background

Сит ил граждандары менән онлайн-осрашыу. Онлайн-встреча с гражданами иностранных государств

05 апреля 2021 00:00

Алдан раҫланған графикка ярашлы, 3 апрель YouTube каналында (https://youtu.be/tI5bLeActR4) Республика вуздарының береһендә юғары белем алырға теләүсе сит ил граждандары менән һуңғы онлайн-осрашыу үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, саралар циклы Башҡортостан вуздары ректорҙары советы рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ етәксеһе Салауат Сәғитов инициативаһына ярашлы, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” Халыҡ-ара фәнни-мәғрифәт интернет проекты сиктәрендә ойошторолғайны.

1999 йылдың 24 майында ҡабул ителгән “Сит илдә йәшәүсе ватандаштарға ҡарата Рәсәй Федерацияһының дәүләт сәйәсәте” 99-сы Федераль закон буйынса, икенсе дәүләт граждандары һәм сит илдә йәшәүсе гражданлығы булмаған ватандаштарыбыҙ, Рәсәй граждандары менән бер рәттән, вузға дөйөм конкурс шарттары нигеҙендә уҡырға инеп, юғары белем алыу хоҡуғына эйә. Уҡыу йортон тамамлаған сит ил студенттарына Рәсәйҙә ҡаралған өлгөгә ярашлы дипломдар тапшырыла.

3 апрель үткән осрашыуҙа Өфө дәүләт авиация техник университетынан ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Радик Кәлимуллин, уның урынбаҫары Татьяна Волкова, Башҡорт дәүләт университетынан Халыҡ-ара эшмәкәрлек һәм академик мобиллек бүлеге екәтсеһе Рита Филипова ҡатнашты. Вәкилдәр вуздағы факультеттар һәм унда тормошҡа ашырылған уҡытыу программалары, әҙерлек йүнәлештәре хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе.

В соответствии с ранее утвержденным графиком, 3 апреля на YouTube-канале (https://youtu.be/tI5bLeActR4) прошла завершающая онлайн-встреча с гражданами иностранных государств, желающих получить высшее образование в одном из ведущих вузов Республики Башкортостан.

Цикл мероприятий был организован по инициативе председателя Совета ректоров вузов Башкортостана, руководителя БГПУ им.М.Акмуллы Салавата Сагитова в рамках реализации проекта «Международная научно-образовательная интернет-платформа «Мы сами – башкиры» при поддержке Фонда содействия гражданскому обществу Республики Башкортостан на средства гранта Главы РБ.

Нормативной базой встреч служит ФЗ-99 от 24 мая 1999 года «О государственной политике Российской Федерации в отношении соотечественников за рубежом», позволяющий иностранным гражданам и лицам без гражданства, являющимся нашими соотечественниками, но проживающими за рубежом, получить высшее образование наравне с гражданами Российской Федерации и гарантирующий им поступление в вузы на общих конкурсных условиях. По окончании учебного заведения им также выдаются дипломы о высшем образовании установленного образца.

На встрече, прошедшей 3 апреля, приняли участие ответственный секретарь приемной комиссии Уфимского государственного авиационного технического университета Радик Калимуллин, его заместитель – Татьяна Волкова. Башкирский государственный университет представила начальник отдела международной деятельности и академической мобильности Рита Филипова. Они подробно рассказали о факультетах и реализуемых в них образовательных программах, специальностях и направлениях подготовки, по которым ведется обучение.