Войти
background

Башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проекты

02 апреля 2021 00:00

Белеүегеҙсә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проекты эшләй

Проект 2021 йылда ла Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән Башҡортостан Башлығы грантының еңеүсеһе тип табылды!

Тatsoft акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләнелгән проектта әлеге мәлдә 500 000-ҙән ашыу тура тәржемә булһа, йыл дауамында 1000 000 -дан ашасаҡ. Шул осраҡта ғына матур, хатаһыҙ тәржемә эшләү мөмкинлеге асыласаҡ. Әйтеп үтергә кәрәк, быйыл шулай уҡ башҡортса һөйләмдәрҙе тауышландырыу өҫтөндә эшләү ҡаралған.

Веб-порталға һылтанма: https://bashkortsoft.ru/

#БашФонд #ФСГОРБ