Войти
background

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проекты эшләй

02 апреля 2021 00:00
Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсеһенең башҡорт текстарын яңғыратыу функционалы менән веб-сайтын булдырыу Башҡортстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы масштабында ғына түгел, сит ил масштабында ла башҡорт телен популярлаштырыуға, һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итеүсе төп проекттарҙың береһе булып тора һәм әлеге ваҡытта был сервисҡа тиң аналог юҡ.

Проект Веб-сайт Тatsoft акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләнелә һәм 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән Башҡортостан Башлығы грантының еңеүсеһе тип табылды.

Веб- сайт ҡыҫҡаса "БашҡортСофт" тип атала: https://bashkortsoft.ru/
Тәржемәсе эсенә әлеге ваҡытта 500 000 параллель текст индерелгән. Матур, хатаһыҙ тәржемә өсөн 1000 000-ға яҡын текст кәрәк.
Әлеге ваҡытта БашФонд был бурыс өҫтөндә эш алып бара.

#БашФонд #ФСГОРБ